12:41 (UTC+5), 12 Апреля 2012

Марокко Короллеге Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

Тимур Рәхмәтуллин
Марокко Короллеге Башҡортостан менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй, тип хәбәр итте Марокконың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Абделькадер Лешехеб Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында үткән матбуғат конференцияһында.
Марокконың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Абделькадер Лешехеб Ислам мәҙәниәте институты директоры Саид Кямилев менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк динә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Талғат Тажетдин саҡырыуы буйынса Өфөгә килде. Был уның республикаға тәүге визиты. Өфөлә Марокко илсеһе республиканың дәүләт, дин һәм фән хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
— Минең Башҡортостанға килеүем Рәсәй менән Марокко араһындағы дуҫлыҡты нығыту сиктәрендә үтә, - тип билдәләне Абделькадер Лешехеб. – Башҡортостан менән дә күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен күрәбеҙ.
Шулай итеп, илсе БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов менән иҡтисад, фән, сауҙа, энергетика өлкәләрендә Марокко Короллегенең Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
— Владимир Балабанов мине Мәскәүҙә апрель аҙағында үтәсәк Башҡортостан Республикаһы көндәренә саҡырҙы, - тине Марокко ҡунағы. – Унда төбәк етәкселеге, шул иҫәптән республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашырмын, тип ышанам. Бәйләнештәрҙе артабан нығытыу юлдарын ҡараясаҡбыҙ. Республика, уның мөмкинлектәре менән яҡынданыраҡ танышыу һәм хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ юлдарын билдәләү маҡсатында Өфөгә тағы киләсәкмен.
Тәлғәт Тажетдин илсе менән ислам мәғарифы, ғәрәп телен өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы идеялары менән бүлеште. Шулай уҡ дипломат Рәсәй ислам университеты ректоры Ринат Раев, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин илсене вуз эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм студенттар менән осрашыу ойошторҙо.
— Педагогия университеты миңә ныҡ тәьҫир итте: студенттарҙың күп булыуы, белем биреү сифаты ғәжәпләндерҙе, - тине Абделькадер Лешехеб. – Студенттар менән алмашыу, мәғлүмәт технологияларын үҫтереү һәм фән өлкәләрендә педагогия университеты менән Марокколағы бер нисә юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек булдырырға һөйләштек. Ислам мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт менән бүлешергә әҙербеҙ. Бынан тыш, студенттарҙың минең менән француз һәм ғәрәп телдәрендә һөйләшеүе ҡыуандырҙы.
Бөгөн иртәнсәк илсе республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән осрашты. Абделькадер Лешехеб ислам мәғарифы өлкәһендә Башҡортостандың дини уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһындағы пландары менән бүлеште.
— Алдағы арала Башҡортостан делегацияһының Мароккоға яуап визитын ойошторасаҡбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дипломат. – Үҙебеҙгә дәүләт һәм дин хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға уйлайбыҙ. Әммә унан алда хеҙмәттәшлек итеү буйынса аныҡ программа әҙерләргә тейешбеҙ.
Абделькадер Лешехеб хәбәр итеүенсә, Марокко Короллеге Рәсәйҙең бер нисә төбәге менән яҡшы бәйләнештәр булдырған да инде. Улар араһында – Санкт-Петербург, Татарстан, Свердловск һәм Курск өлкәләре.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика