11:17 (UTC+5), 12 Апрель 2012

Өфөлә социаль торлаҡ төҙөүгә бушлай ер бирелә башлаясаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә Башҡортостандың дәүләт унитар предприятиелары менән ойошторолған социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары бирелә башлаясаҡ. Әүәлерәк республика етәкселеге ошондай участкалар биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Бөгөн Өфө биләмәһендә участкалар биреү тәртибен ҡала депутаттары раҫланы.
Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов билдәләүенсә, был документ комиссия ултырыштарында һәм ҡала Советы президиумында күп тапҡыр тикшерелеп, еренә еткереп эшләнде. Тикшереү дауамында башлыса ҡала прокуратураһы тәҡдимдәрен иҫәпкә алған бер нисә төҙәтмә индерелде.
Депутаттар менән раҫланған тәртипкә ярашлы, Өфө биләмәһендәге ер участкалары социаль торлаҡ төҙөү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, аукцион үткәрмәйенсә, бушлай биреләсәк. Әммә бындай участкаларҙы алыу өсөн ойошмалар ғариза һәм кәрәкле документтар пакеты тапшырғанда социаль йүнәлешле ойошма менән Башҡортостандың вәкәләтле дәүләт башҡарма власть органы араһында төҙөлгән торлаҡ биналар төҙөлөшөнә субсидиялар күсереү тураһындағы килешеүҙең күсермәһен бирергә тейеш буласаҡ.
Бындай документтың булыуы бушлай ер участкаһы алыуға дәғүә иткән социаль йүнәлешле ойошмаға ысынлап та социаль торлаҡ төҙөүгә республика бюджетынан маҡсатлы средстволар бүленәсәген аңлата. Ҡала депутаттары фекеренсә, бындай килешеүҙең мотлаҡлығы бушлай ер участкалары бүлгәндә коррупцияға мөмкинлек ҡалдырмаясаҡ, һәм улар ысынлап социаль торлаҡ төҙөйәсәк ойошмаларға ғына биреләсәк.
Әгәр ер алған ойошма уны билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙләштермәһә, бындай ойошмаға башҡаса участка бирелмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика