06:20 (UTC+5), 09 Апреля 2012

Төбәктә Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар партияһын булдырыу буйынса инициативалы төркөмдө Тамара Танһыҡҡужина етәкләне

Марина Шумилова
Башҡортостанда Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар партияһын булдырыу буйынса инициативалы төркөм булдырылды, уны халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер, БР шашка федерацияһы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина етәкләне. Инициативалы төркөм составында төрлө өлкәлә эшләүсе гүзәл заттар бар.
Илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси партияһын булдырыу тураһындағы ҡарар ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы сиктәрендә ҡабул ителде. Был сарала Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ҡатнашты.
— Бындай партия 1990-сы йылдарҙа булған, - тине Рәшиҙә Солтанова «Башинформ» агентлығына. – Шуға күрә хәҙер ул тергеҙелә генә, тиһәк тә була. Ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ бындай партия бик актуаль. Конференция барышында башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәрем менән аралашып, уларҙа Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау алдынан үткәрелгән праймеризда күп ҡатындарҙың уңышлы ҡатнашыуы тураһында белдем. Әммә һөҙөмтәлә береһе лә депутатлыҡҡа үтмәгән. Башҡортостандан Дәүләт Думаһына үткән депутаттар араһында өс ҡатын булыуы тураһында һөйләгәс, конференцияла ҡатнашыусылар ныҡ аптыраны. Күпселек төбәктәрҙә бер ҡатын да үтмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар партияһы беҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлай аласаҡ һәм бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаясаҡ, тип ышанам.
Рәшиҙә Солтанова һүҙҙәренсә, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар партияһын булдырыу буйынса ойоштороу комитеты әлеге ваҡытта партияның ойоштороу съезына әҙерлек барышында Устав һәм башҡа кәрәкле документтар әҙерләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика