05:19 (UTC+5), 06 Апреля 2012

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһы Советының ултырышында сығыш яһаны

«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты 5 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһы Советының ултырышында сығыш яһаны, ул Дәүләт Думаһы рәйесе, Ассоциацияның күҙәтеү Советы рәйесе Сергей Нарышкин етәкселегендә үтте. Был хаҡта Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ултырышта, атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһына Башҡортостандың инеүе тураһындағы инициативаһы тикшерелде. Был тәҡдим яҡлау тапты.
Ултырышта сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иҡтисади йәһәттән үҫешҡән, ҡеүәтле төбәк булыуын билдәләне.
— Республикала сәнәғәт һәм фән үҫешкән, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Һуңғы йыл эсендә тейешле закондар сығарыу базаһын булдырыу йәһәтенән ярайһы уҡ алға китеш бар: инновацион эшмәкәрлек тураһында закон, предприятиеларҙың инновацион әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән норматив акттар ҡабул ителде. 2015 йылға тиклем оҙайлы сроклы программа ҡабул иттек, уны финанслау күләме яҡынса 500 миллион һум.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала инновацион үҫеш йәһәтенән авиация һәм транспорт системалары, наноиндустрия, IT-технологиялар, тәбиғәттән рациональ файҙаланыу, энергетика һәм энергияны һаҡсыл ҡулланыу өҫтөнлөклө йүнәлештәр итеп һайланды. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн технопарктар, бизнес-инкубаторҙар, технологиялар трансферы үҙәктәренән ғибәрәт инновацион инфраструктура булдырылды. 2011 йылда Кластерлы үҫеш үҙәге булдырылды.
— Әлбиттә, беҙҙә фәнни-белем биреү комплексы көслө, ул Рәсәй Фәндәр академияһы институттарын, республиканың Фәндәр академияһы бүлектәрен, ғилми тикшеренеү ойошмаларын үҙ эсенә ала, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Һәм, әлбиттә, инновацион системаның сәнәғәт комплексы үҫешкән. Бөгөн Башҡортостан РОСНАНО, «Росатом», фәнни-техник өлкәлә Бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды менән уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра. «Сколково» фонды менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәр үҫтерелә. Үткән йылда инновацион әүҙем объекттарҙың һаны 280-гә тиклем артты. Инновацион продукция күләме үткән йыл буйынса 44 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Эре проекттарҙан беҙҙең нефть химияһы предприятиелары нигеҙендә Бөтә Рәсәй газ үҙәген тормошҡа ашыра башланыҡ. «Альстом», «РусГидро» менән берлектә энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары технопаркын, шулай уҡ прецизион машиналар эшләү үҙәген булдырабыҙ. РОСНАНО менән берлектә «Искра» машиналар эшләү заводын һәм «ЕСМ» яңы быуын предприятиеһын булдырҙыҡ. Шуға күрә республика, беҙҙеңсә, инновацион төбәктәр иҫәбенә инергә әҙер.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика