Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Апрель 2012, 14:32

Көньяҡ райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары квалификацияһын күтәрә

Республиканың өс көньяҡ төбәге – Йылайыр, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары биш көнлөк уҡыу семинарына йыйылды. Сара муниципаль кадрҙар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү планына ярашлы Баймаҡ районының «Талҡаҫ» ял йортонда үткәрелә. Йылайыр районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыу программаһы 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-се «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороу тураһында»ғы Федераль закон положениеларын һәм башҡа норматив акттарҙы өйрәнеүгә һәм тормошҡа ашырыу методикаларына таянып төҙөлгән.
Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондары хакимиәт башлыҡтарының ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү сәбәпле муниципаль берәмек хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәрен бергә уҡытыу тураһындағы килешеүе бындай уҡыу семинарын ойоштороуға булышлыҡ итте.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: