14:05 (UTC+5), 03 Апреля 2012

Күмертауҙа Кадрҙар сәйәсәте буйынса координация советы ойошторолдо

Марина Шумилова
Күмертау хакимиәте ҡарамағында Ҡаланың кадрҙар сәйәсәте системаһын үҫтереү буйынса координация советы ойошторола. Бындай ҡарар кадрҙар сәйәсәтен үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡабул ителде. Унда һөнәри белем биреү учреждениелары, предприятиелар етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев алып барҙы.
Борис Беляев Күмертауҙың кадрҙар сәйәсәтендәге өҫтөнлөклө бурыстарын билдәләне һәм ҡаланы республиканың көньяғындағы профессиональ әҙерлек үҙәге тип һанарға мөмкин булыуын билдәләне. Профессиональ белем биреү хеҙмәттәре баҙары бында ярайһы киң, һөнәри белем биреү системаһының бөтә баҫҡыстары ла күрһәтелгән.
— Йәш кадрҙар бөгөндән үҙ урынын тапһын өсөн, урындағы хакимиәттең, профессиональ учреждениеларҙың һәм эш биреүселәрҙең аныҡ, уйланылған, берҙәм сәйәсәте кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡаланың кадрҙар потенциалы һәм уның ниндәй һорау менән файҙаланылыуы, эшсе кадрҙар әҙерләү системаһы, хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙең киләсәктә нисек буласағына фараздар тикшерелде.
Кадрҙар менән эшләүҙе системалы алып барыу өсөн Күмертауҙа Координация советы булдырыла ла инде, уға 1 майға тиклем, ҡала предприятиеларының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, кадрҙар менән тәьмин итеү программаһының проектын әҙерләргә ҡушылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика