10:51 (UTC+5), 02 Апреля 2012

Төбәктә закондар сығарыу конкурсы тамамланды

Людмила Терновая
Төбәктә «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» норматив хоҡуҡи акттар конкурсы тамамланды, ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы башланғысы менән үткәрелде.
Конкурс бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҙғарылды. Унда студенттар, аспиранттар, учреждение хеҙмәткәрҙәре, юридик фәндәр кандидаттары һәм докторҙары, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең һайланған органдары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары ҡатнашты. Тәҡдим ителгән эштәр иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, белем биреү кимәлен һәм сифатын арттырыуға, фәнде һәм инновацион мөмкинлектәрҙе үҫтереүгә, граждандарҙың мәшғүллек һәм эшкә урынлашыу кимәлен арттырыуға, төҙөлөш комплексын һәм ер мөнәсәбәттәрен, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын үҫтереүгә, демографик хәлде (шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау системаһын) яҡшыртыуға, суд системаһын һәм процессуаль ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән ине.
Конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе ун номинацияла билдәләне. Улар: «Иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү», «Транспорт системаһын үҫтереү», «Демографик хәлде яҡшыртыу», «Суд системаһын һәм процессуаль ҡануниәтте камиллаштырыу», «Граждандарҙың хоҡуҡи белемен һәм ижтимағи-сәйәси әүҙемлеген арттырыу, йәмәғәт секторын үҫтереү», «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү», «Мәҙәниәт һәм мәғлүмәт өлкәһендә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү», «Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа граждандарҙың ҡатнашыуы», «Халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу», «Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу».
Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко конкурстың республикала уңышлы үтеүен билдәләне.
– 2011 йылда конкурсҡа 15 эш тәҡдим ителһә, быйыл проекттар һаны 45-кә барып баҫты, - тине Николай Самойленко. – Эштәр төрлө йүнәлештәрҙә башҡарылған. Проекттар сиктәрендә теге йәки был хәлгә яңыса ҡараш тәҡдим ителде, ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса яңы идеялар булды.
«Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» конкурсында еңеүселәр яҡын арала үҙҙәренең проекттарын Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияларында яҡлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика