04:55 (UTC+5), 02 Апреля 2012

Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында булды

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
30 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Төбәк башлығы «Приютовский» спорт-һауыҡтырыу комплексында булды, унда яңы бассейн сафҡа индерелгән. Бассейнда көнөнә 160 кеше шөғөлләнә ала. Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов тренажер һәм дзюдо залдарын ҡараны, төҙөлөш эштәренең юғары сифатын билдәләне.
Бассейнды асыу тантанаһында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов быйыл Приютта япмалы һырғалаҡ төҙөләсәген билдәләне. Ҡасабала был сираттағы спорт объекты.
— Дөйөм алғанда, халыҡҡа еңелерәк, яҡшыраҡ булһын өсөн эшләргә кәрәк. Һәм бындай объекттар – спорт, күңел асыу йәки торлаҡ йорттар булһынмы - даими рәүештә сафҡа индерелергә тейеш. «Газпром» - яҡшы компания, «Баштрансгаз» - был компанияның яҡшы бүлексәһе. Бергә күп нәмәләр башҡара аласаҡбыҙ әле, тип уйлайым, - тине республика башлығы.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында 28 ғинуарҙа газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләр өсөн күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөү барышын тикшерҙе. Ул ваҡытта 16 ғаилә йортһоҙ ҡалды.
Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса 31 ғинуарҙа яңы йорт төҙөлә башланы. 15 майҙа объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта эштәр план буйынса бара һәм 61 процентҡа үтәлгән.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика