09:44 (UTC+5), 30 Марта 2012

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар партияһы булдырылды

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар партияһы булдырылды. Уның ойоштороу йыйылышы көн элгәре Мәскәүҙә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы сиктәрендә үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова хәбәр итте. Ул конференцияла беҙҙең республика исеменән сығыш яһаны.
— Илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси партияһын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итеү партияларҙы теркәү тураһындағы ҡануниәтте ябайлаштырыуға бәйле, - тип комментарий бирҙе ул . – Бындай партия 1990-сы йылдарҙа булған. Шуға күрә хәҙер ул тергеҙелә, тиһәк тә була. Ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ бындай партия бик актуаль. Конференция барышында башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәрем менән аралашып, уларҙа Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау алдынан үткәрелгән праймеризда күп ҡатындарҙың уңышлы ҡатнашҡаны тураһында белдем. Әммә һөҙөмтәлә улар депутатлыҡҡа үтмәгән. Башҡортостандан Дәүләт Думаһына үткән депутаттар араһында өс ҡатын булыуы тураһында һөйләгәс, конференцияла ҡатнашыусылар ныҡ аптыраны. Күпселек төбәктәрҙә бер ҡатын да үтмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар партияһы беҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлай аласаҡ һәм бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаясаҡ, тип ышанам.
Рәшиҙә Солтанова һүҙҙәренсә, яңы партияның уставы һәм программаһы ҡабул ителәсәк. Башҡортостанда ла уның бүлексәһе булдырыласаҡ. Партияның төбәк бүлексәһе структураһы тураһында ҡарар Өфөлә 6 апрелдә ойоштороласаҡ йыйылышта ҡабул ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика