10:12 (UTC+5), 30 Марта 2012

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостандағы һайлауҙарҙы юғары баһаланы

Евгений Рәхимҡолов
Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостан биләмәһендә үткән Рәсәй Президенты һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙарға юғары баһа бирҙе. «Башинформ» агентлығына БР Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, ошо арала БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев исеменә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповалдан, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Рәсәйҙәге башҡарма комитетының күҙәтеүселәр миссияһы составында республикалағы һайлауҙарҙы күҙәткән Ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәренән хаттар килгән. Бөтә хаттарҙа ла Башҡортостанда һайлауҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы билдәләнгән һәм яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан биләмәһендә һайлауҙар барышын 17 халыҡ-ара күҙәтеүсе тикшерҙе. Уларҙың унауһы – Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма вәкилдәре булһа, алтауһы – БДБ илдәре миссияһы вәкиле, береһе – «Берләшкән Германия» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Улар һәр участкала ҡуйылған вебкамералар ярҙамындағы видеокүҙәтеү системаһын айырыуса юғары баһаланы. Күҙәтеүселәр Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондарында һәм республиканың тағы бер нисә төбәгендә эшләне.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика