04:54 (UTC+5), 29 Марта 2012

Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

"Башинформ"
28 мартта Воронежда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең яҙғы сәсеүгә әҙерлегенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмәлә ауыл хужалығы етештереүселәрен яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар, орлоҡ, техника һәм кәрәкле финанс ресурстары менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Белешмә өсөн. Быйыл Башҡортостанда 2 млн 152 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәреү планлаштырылған. Шуларҙан яҙғыһын сәселеүсе иген культураларына 1 млн 390 мең гектар тура килә. Республикала һорау менән ҡулланған һәм табышлы культураларҙың сәсеүлектәре арттырылған: рапс майҙаны – 2 тапҡырға, ҡарабойҙай – 27 процентҡа, соя – 18 процентҡа, картуф һәм йәшелсәләр – 1 процентҡа, шәкәр сөгөлдөрө – 5 процентҡа. 475 мең гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән.
Федераль һәм республика бюджеттарынан яҙғы сәсеү кампанияһына 1,2 млрд һумдан ашыу сумма йүнәлтеү планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика