09:17 (UTC+5), 29 Марта 2012

Күп балалы ғаиләләрҙең ер участкаһы бирелгәндә социаль торлаҡ алыуға хоҡуғы һаҡланасаҡ

Людмила Терновая
Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа «Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 56-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль закон проектын ҡабул итте. Закон проектында әйтелеүенсә, бушлай ер участкаһы алыуға мөмкинлек бирелгән күп балалы ғаиләләрҙең социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ алыуға хоҡуғы һаҡланасаҡ.
Бығаса йорт төҙөүгә ер участкаһы бирелгән күп балалы ғаиләләр һәм өс һәм унан күберәк балаһы булған граждандар социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ алыуға мохтаждар иҫәбенән төшөп ҡала торғайны. Шулай итеп, Дәүләт Думаһы нигеҙҙә яҡланмаған халыҡ ҡатламына ҡараған һәм торлаҡ шарттарын үҙ аллы яҡшырта алмаған ғаиләләргә ҡарата социаль ғәҙеллекте тергеҙҙе. Депутаттар фекеренсә, күп балалы ғаиләләрҙең, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең лайыҡлы шарттарҙа йәшәүен тәьмин итеү илдәге демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата әҙерләнгән мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 33,7 мең күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 112 мең бала тәрбиәләнә. 2011 йылда республика бюджетынан был категорияға ҡараған граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә 100 миллион һум аҡса бүленгән, был иһә 42 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек биргән. Торлаҡ сертификаты буйынса социаль түләүҙәрҙең уртаса күләме 2 миллион һумдан ашыу сумманы тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика