18:09 (UTC+5), 22 Марта 2012

Ветерандарҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк

Башҡортостанда ветерандарҙы, инвалидтарҙы, льготалы категорияға ҡараған башҡа граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип булдырыласаҡ. Әлегә был өлкәлә билдәле ҡатмарлыҡтар бар. Был турала Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советының киңәйтелгән пленумында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Билдәләнгән проблеманың, уның фекеренсә, ике сәбәбе бар. Беренсеһе – был мәсьәлә менән шөғөлләнергә тейешле айырым чиновниктарҙың үҙ эшенә вайымһыҙ ҡарауы. Икенсе сәбәп – аҡса етмәүе. Республика бөгөн, үкенескә күрә, беҙ теләгәнсә бай түгел. Шуға күрә республика кимәлендә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә тейешле бер миллиард һум урынына ни бары 500 миллион бүленә. Ләкин, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан етәкселеге был дефицитты тулыландырыу мөмкинлеген эҙләй, һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала тәғәйен айырым маҡсатлы программа сиктәрендә ветерандар һәм инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Былтыр пандустар эшләүгә генә 10 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика