04:48 (UTC+5), 22 Марта 2012

Октябрьский ҡала Советы эшкә тотондо

Марина Шумилова
Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы эшкә тотондо. Ҡала Советындағы 25 депутат араһынан – ике сәйәси партия вәкилдәре (18 берҙәм рәсәйле һәм өс коммунист) һәм дүрт партияһыҙ. Депутаттарҙың уртаса йәше – 45-55 йәш. Ҡала Советы составында – дурт ҡатын. Депутаттар корпусында – учреждение һәм предприятие етәкселәре, медицина, педагогия, спорт өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм пенсионерҙар.
Октябрьский ҡала Советының тәүге ултырышында уның рәйесе итеп – Айҙар Иманғолов, рәйес урынбаҫары – Юрий Корольков, Совет секретары итеп Фәнис Нурғәлиев һайланды. Депутаттар Советтың биш даими комиссияһын раҫланы. Улар - бюджет, һалымдар һәм йыйымдар буйынса; торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, ер, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр мәсьәләләре буйынса; сәнәғәт, транспорт, элемтә, сауҙа һәм халыҡҡа башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса; социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡи тәртип һаҡлау буйынса; Совет Регламентын үтәү, депутат статусы һәм этикеты буйынса комиссиялар. Совет Президиумы булдырылды.
Совет Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү тураһында Положение һәм конкурс комиссияһы составын раҫланы. Конкурс 17 апрелгә билдәләнде.
Октябрьский ҡала Советының тәүге ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов, ҡала округы хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика