10:33 (UTC+5), 19 Марта 2012

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың рәсми сайты эшләй башланы

Марина Шумилова
19 мартта Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованың рәсми сайты эшләй башланы.
— Сайт минең, Дәүләт Думаһы депутаты һәм Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты булараҡ, эшмәкәрлегем менән халыҡты таныштырыу маҡсатында ярҙамсыларым башланғысы менән ойошторолдо, - тип һөйләне депутат «Башинформ» агентлығына. – Унда Башҡортостан Республикаһы райондарына һәм ҡалаларына эш сәфәрҙәрем хаҡында тулы мәғлүмәт һәм отчеттар урынлаштырылған.
Был проект шулай уҡ депутат эшмәкәрлегенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса сайтҡа инеүселәр менән фекер алышыуҙы ла күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта унда торлаҡ йорттарҙа инвалидтарға йөрөргә ҡамасаулаған сәбәптәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән һорау алыу үткәрелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, атҡаҙанған спорт мастеры, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова 4 декабрҙә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланды. Рима Баталова – Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика