10:32 (UTC+5), 16 Марта 2012

Владимир Балабанов: «Өфө депутаттарына вәғәҙә иткән эштәрен тормошҡа ашырырға ваҡыт»

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнөң яңы депутаттарына һайлау алдынан вәғәҙә иткән эштәрен тормошҡа ашырырға ваҡыт. Был хаҡта, яңы ҡала Советының беренсе ултырышында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов әйтте. Һайлау алды кампанияһы барышында кеүек үк, депутаттарҙың һайлаусылар менән осрашыуҙарҙы даими рәүештә үткәреп торасағына ышанысын белдерҙе ул.
Ғөмүмән, Владимир Балабанов фекеренсә, был кампания айырыуса шау-шыулы булды.
— Аллаға шөкөр, барыһы ла тамамланды, - тине ул. – Һәм һайланған Совет өфөлөләрҙең, һайлаусыларҙың ышаныстарын сағылдыра, тип уйлайым. Был юлы Өфө ҡала Советында Рәсәй Федерацияһының барлыҡ парламенттары вәкилдәре бар. Улар әүҙем эшләр, тип ышанам.
Владимир Балабанов ҡала Советының фекер алышыу урыны булыуын билдәләне.
— Өсөнсө саҡырылыштың әүҙемерәк эшләйәсәгенә ышанам, - тине ул. - Өфөлә башҡарыласаҡ эштәр, хәл ителәсәк мәсьәләләр бихисап. Халыҡ төрлө йүнәлештәр – юлдар, балалар баҡсалары, коммуналь өлкә буйынса ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Яңы саҡырылыш депутаттарының был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙем тотоноуын теләйем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика