06:33 (UTC+5), 14 Март 2012

Константин Толкачев физкультураны берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә индерергә тәҡдим итте

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаларына «Физик культура» дәресен берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Был хаҡта ул Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында»ғы законға төҙәтмәләр индереү хаҡында фекер алышыу барышында хәбәр итте.
— Беҙ теге йәки был предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын индерергә хоҡуҡлыбыҙ, - тип белдерҙе республика парламенты спикеры. – Бәлки, физик культура буйынса ла Берҙәм дәүләт имтиханын индерербеҙ? Тик сәләмәтлеккә таянып ҡына кеше үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра ала. Һаулыҡ булмаһа – бер ни ҙә эшләп булмаясаҡ. Бындай ҡарар ҡабул итеп, беҙ мәғариф өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр иғтибарын тағы ла бер тапҡыр төбәктең дөйөм белем биреү учреждениеларында балаларҙы сәләмәтләндереү кәрәклегенә йүнәлтәсәкбеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика