17:41 (UTC+5), 14 Марта 2012

Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы патриотик тәрбиә биреү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә

Марина Шумилова
РФ Президенты менән иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылы сиктәрендә Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының патриотик тәрбиә буйынса эшмәкәрлеген мөмкин тиклем әүҙемләштерергә ниәтләй.
Йыл башында Рәсәйҙең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы төрлө төбәктәрҙә булған үҙенең бүлексәләренә, Союзға ҡараған йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәтендә уларҙы ветерандар, йәштәр, профсоюз ойошмалары, патриотик клубтар, крайҙы өйрәнеү берләшмәләре, музей, китапхана, ижад һәм уҡыу йорттары менән берлектә төрлө саралар үткәрергә саҡырҙы. Был саралар Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзының юбилейлы тарихи даталарға арналған «Хәтер тулҡыны» акцияһының дауамы буласаҡ.
— Быйыл илебеҙ билдәләгән мөһим даталар тарихи үткәндәргә йәнә бер әйләнеп ҡайтыу, йәш быуынға бөйөк еңеүҙәр хаҡында ғына түгел, ата-бабаларыбыҙҙың рух ныҡлығы тураһында ла иҫләтеү өсөн лайыҡлы сәбәп булып тора, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова. – Башҡортостандың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар советтары Рәсәйҙең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы мөрәжәғәтен күтәреп алды һәм Рәсәй тарихы йылына арналған төрлө фестиваль, конкурс, күргәҙмә, конференциялар үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны. Ҡала һәм райондарҙа, йәштәрҙе күберәк йәлеп итеп, крайҙы өйрәнеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә теләйбеҙ. Архивтарҙа эшләү уларға быуаттар төпкөлөнә күҙ һалырға, үҙҙәренең ата-бабалары хаҡында күберәк мәғлүмәт тупларға, тамырҙарын тергеҙергә мөмкинлек бирәсәк. Ватан тарихы менән бәйләнеште ҡайтанан тергеҙеп, Рәсәй тотороҡло үҫеш өсөн ҙур импульс аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика