Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
87.43
+0.23
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Март 2012, 16:12

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан судьяларының кәңәшмәһендә ҡатнашты

7 мартта Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының район (ҡала) судтары судьяларының һәм мировой судьяларҙың 2011 йылға эш һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республика башлығы төбәктең суд системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостан иҡтисадының үҫеш темптары насар түгел.
— Ҙур инвестицион проекттарға старт бирелде. Социаль бурыстарҙы тулыһынса үтәйбеҙ һәм киләсәктә лә уларҙы үҫтерәсәкбеҙ. Республикала барлыҡ сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары араһында конструктив диалог алып барыла. Башҡортостан халғы 4 декабрҙә үткән Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ла, үткән ял көндәрендә булған Рәсәй Президенты һайлауҙарында ла биргән тауыштары менән ил етәкселеге эшмәкәрлегенә ышанысын, шулай уҡ республика Хөкүмәте эшмәкәрлеген хуплауын белдерҙе, - тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы фекеренсә, мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм суд системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу мөһим.
— Һуңғы йылдарҙа Федераль маҡсатлы программа ярҙамында судтарҙың матди-техник базаһы нығытылды. Әммә республиканың барлыҡ район һәм ҡала судтары кәрәкле бүлмәләр менән тәьмин ителмәгән, - тине төбәк башлығы. – Был мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителә.
Судьяларҙың һәм аппарт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы һиҙелерлек артты. Былтыр республиканың барлыҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хағын арттырыуҙан тыш, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан суд ултырыштары секретарҙарына һәм мировой судьялар аппараты секретарҙарына хеҙмәт хаҡы йәнә 40 процентҡа арттырылды. Президент билдәләүенсә, был өлкәлә эш хаҡы судтарҙың оло хеҙмәт талап иткән эшмәкәрлегенә тап килергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов республика етәкселегенең суд власы органдарына артабан да ярҙам итәсәген белдерҙе. Әммә граждандар судтар эшмәкәрлегенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек тә белдерә, тине ул.
— Былтыр ғына федераль һәм мировой судьялар эшмәкәрлегенә ҡарата 1,5 меңдән ашыу ялыу алдыҡ, - тине республика Президенты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республика судьяларының квалификациялы коллегияһы эшмәкәрлеге, судьялар тәғәйенләүҙә йәмәғәт контроленең яңы формалары, судтарҙың хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген артабан көсәйтеү, уларҙың эшмәкәрлегенең тәрбиәүи, белем биреү йүнәлештәрен үҫтереү кеүек мәсьәләләр ентекле тикшерелде.
Дәүләт власы органдары судьялар корпусы менән берлектә республиканың суд ситемаһы һөҙөмтәле, заманса булһын өсөн барыһын да эшләргә тейеш, тине республика башлығы кәңәшмә аҙағында.
Рөстәм Хәмитов судьяларға уңыштар, һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләне.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: