05:32 (UTC+5), 07 Марта 2012

Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Кисә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған концертта сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Республика башлығы тантаналы сара барышында гүзәл заттарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы һәм «Ҡатын-ҡыҙ образдары» күргәҙмәһен ҡараны.
— Ҡәҙерле, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Зәки улы Өфөнөң хеҙмәт коллективтары һәм ойошмалары вәкилдәренә. – Башҡортостан Республикаһының ир-егеттәре исеменән һеҙҙе ошо матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым. Иң ауыр эш гүзәл заттарҙың иңенә төшәлер ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир-аттарға эгоистик сифаттар хас. Тормошобоҙҙоң ауырлыҡтары ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. Әммә улар был йөккә бирешмәй, унан да бигерәк, үтә ауыр, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға ярҙам итә.
Президент үткән һайлауҙарҙы миҫалға килтерҙе һәм участка, территориаль һайлау комиссияларында, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшләүен билдәләне.
— Һайлаусылар менән эшләү – бик ауыр эш. Тиҙ ярҙам машинаһын 20 тапҡырҙан ашыу саҡыртырға тура килде. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар был яуаплы эште лайыҡлы үтәп сыҡты. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт! – тине республика башлығы.
— Илебеҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр, бурыстар бихисап, - тип дауам итте республика Президенты. – Был, әлбиттә, беҙҙең тарафтан эшләп еткерелмәгән кәмселектәр. Ике-өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә ярҙам итер өсөн, сабыйҙарҙы балалар баҡсаларына урынлаштырыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итер өсөн беҙ әлегә ул тиклем бай түгел. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф менән бәйле мәсьәләләрҙе лә тулыһынса хәл итмәнек әле.
Ярҙам итергә теләп тә, быны башҡара алмауым, һеҙгә кеүек үк, минең өсөн дә бик үкенесле. Ресурстар, аҡсалар етмәй. Был минең өсөн һәр саҡ ҡатмарлы мәсьәлә, әммә тормошобоҙ яйлап яҡшырһын өсөн, һеҙгә торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итер өсөн тырышабыҙ, әлбиттә. Был залда барлыҡ һөнәр вәкилдәренең булыуын беләм, бында табиптар, уҡытыусылар, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре бар. Һеҙҙең хеҙмәт коллективтарығыҙға сәләмемде, изге теләктәремде еткергем килә. Быны ысын күңелдән әйтәм, сөнки мин ысынында ла һеҙҙең барығыҙҙы ла яратам. Һеҙ беҙгә кәрәкһегеҙ. Һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ! Тағы ла бер тапҡыр етеп килгән байрам менән!
Шулай уҡ Өфө гүзәлдәренә баш ҡала мэры Ирек Ялалов та матур теләктәрен еткерҙе.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика