12:36 (UTC+5), 07 Марта 2012

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры профсоюз хәрәкәте активистарын тәбрикләне

«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Кисә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата концерт үткәрҙе. Байрамда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов та ҡатнашты.
– Республиканың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә, социаль хеҙмәттәр органдарында эшләүсе кешеләрҙең дүрттән өс өлөшө - ҡатын-ҡыҙҙар, - тине Азамат Илембәтов. - Әммә бында эш һанда ғына түгел, ә улар башҡарған эштең сифатында. Тырышлыҡ, иғтибарлыҡ, сабырлыҡ талап ителгән эште ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара ала.
Премьер бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ ролен баһалауҙа яңы тенденцияларҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Гүзәл зат үҙенең ғаилә усағын һаҡлаусы, яратҡан әсә, ҡатын ролдәрен лайыҡлы үтәһен өсөн дәүләт быға күберәк иғтибар бүлә башланы».
Премьер-министр республикала йәшәүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм профсоюз хәрәкәте активистарына Башҡортостан Хөкүмәте грамоталарын тапшырҙы.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика