12:54 (UTC+5), 06 Марта 2012

Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы таратыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ фронты таратыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандағы штаб етәксеһе Альберт Мифтахов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, беренсенән, был штабтың үҙ бурысын үтәп бөтөүенә бәйле, икенсенән, был йәмәғәт ойошмаһында кешеләр бушлай эшләне.
Альберт Мифтахов шулай уҡ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙан һуң һәм ил Президентын һайлау алдынан илдә үткән митингыларға ла комментарий бирҙе. Бындай акцияларҙа ҡатнашыусылар Владимир Путиндың отставкаһын талап итте, тип билдәләне ул.
— Әммә Путин уларға бер нисек тә бәйле түгел, - тине Альберт Мифтахов. – Ни өсөндөр берәү ҙә Медведевтың отставкаһын талап итмәне. Путин – партия исемлегенең лидеры ла түгел, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе лә түгел. Ул үҙ эше менән шөғөлләнгән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе булды.
— Беҙҙең әлеге оппоненттар, Рәсәйҙең дәүләт власын көсәйтеү яҡлы булмаған кешеләр, улар өсөн кемдең төп кәртә булып тороуын аңлайҙар. Был, әлбиттә, Путин, - тип иҫәпләй Альберт Мифтахов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика