07:14 (UTC+5), 06 Марта 2012

Төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттары Юл фонды средстволарының бер өлөшөн ихаталарҙы ремонтлауға йүнәлтергә тәҡдим итә

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышында «Башҡортостан Республикаһының Юл фонды тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проекты тикшерелде. Закондар сығарыу инициативаһы республика Хөкүмәте менән тәҡдим ителде. Закон проектын Комитет ултырышында тәҡдим итеп, төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙең федераль бюджет ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә бәйле булыуын белдерҙе.
— Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Юл фонды средстволары иҫәбенә финансланған эшмәкәрлек даирәһе киңәйә, - тип хәбәр итте ведомство башлығы. – Үҙгәрештәргә ярашлы, 2012 йылдан Рәсәй Федерацияһының Юл фонды бюджетынан бүленгән аҡсаларҙың дөйөм күләменең биш проценттан ашыуы күп фатирлы йорт алды биләмәләренә, шулай уҡ йорт алды биләмәләренә илтеүсе юлдарға капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелергә тейеш.
Ағымдағы йылда һанап үтелгән маҡсаттарға 400 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика