09:17 (UTC+5), 06 Марта 2012

Башҡортостандың алты районында һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы Путин өсөн тауыш бирҙе

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостандың алты районында һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы 4 мартта үткән Президент һайлауҙарында Владимир Путин кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итте.
Баймаҡ, Балтас, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле һәм Хәйбулла райондары «Путин өсөн» 90 процентлыҡ билдәне үткән «чемпиондар» иҫәбендә.
Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, бындай һөҙөмтә урындағы властың тейешле кимәлдә эшләүе, ә аграрийҙарҙың дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам алыуы хаҡында һөйләй.
— Һайлауҙар халыҡ менән бәйләнеш кимәлен сағылдырыусы лакмус ҡағыҙы булып тора, - тине ул. - Әлеге төбәктәр – ауыл хужалығы райондары. Һәм унда йәшәүселәрҙең Владимир Путинаға ҡарата ышанысы ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтеүгә бәйле.
Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостанда һуңғы ваҡытта ауыл хужалығы техникаһын, яғыулыҡ-майлау материалдарын һатып алыуға ҙур күләмдә дотация бүленеүе хаҡында әйтте.
— Яҙғы сәсеү осоро яҡынлаша, һәм аграрийҙар киләсәктә лә ярҙамға иҫәп тота, - тип иҫәпләй ул. – Бынан тыш, Владимир Путинға ҡарата ышаныс уның һайлау алды программаларының күп сығымдар талап итһә лә, бойомға ашырырлыҡ булыуын раҫлай. Ә оппоненттарҙың ҡыҙыҡтырырлыҡ, әммә ғәмәлгә ашыра алмаҫлыҡ программалары күп булды.
Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Ишмөхәмәтов оппозицияның ҡайһы бер тәҡдимдәренең конструктив булыуын билдәләне. Һәм был тәҡдимдәр Рәсәй Хөкүмәтендә яҡлау табасаҡ, тине Владимир Путин, еңелеүселәр менән аралашыу барышында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика