11:47 (UTC+5), 05 Март 2012

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Архангел районы халҡы менән осрашты

Әлим Фәйезов
РФ Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Паралимпия уйындарында 13 тапҡыр еңеүсе, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова Архангел районында булды. Район хакимиәте башлығы Ғимран Ғәбитов менән осрашыу барышында Дәүләт Думаһы депутаты районда спортты үҫтереү, мәғариф өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына инвестициялар йәлеп итеү, туризмды үҫтереү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.
Райондың мәҙәниәт йортонда Рима Баталова һайлаусылар менән осрашты һәм район үҙәгенең спорт объекттарында булды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
Атап әйткәндә, Архангел ауылының 2-се урта мәктәбендә Рима Баталова республика мәктәп баскетбол лигаһы чемпиондары – ҡыҙҙар командаһы менән осрашты. Ҡыҙҙарҙың уңыштарына ул ысын күңелдән шатланыуын белдерҙе.
— Тормош – кәртәләрҙән тора, улар аша һәр ваҡыт үтергә тура килә, - тине депутат, уҡыусылар менән аралашып. – Ауырлыҡтың бер баҫҡысын үтһәң, билдәле бер бейеклеккә күтәреләһең. Әммә барыһы ла еңел бирелә, тип уйларға кәрәкмәй. Еңеү – ул хеҙмәт, күҙ йәштәре, йәрәхәттәр. Минең бар тормошом – үрҙәр яулау. Үҙ-үҙеңә ышанып, үҙең теләгән шәхес булыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика