10:31 (UTC+5), 02 Марта 2012

Әлфис Ғаязов: «Мәғариф тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү көн талаптарына яуап бирә»

Людмила Терновая
«Мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы БР законы үҙ көсөнә инде. Был үҙгәрештәр, тәү сиратта, закондың бөгөнгө көн талаптарына яуап бирә алыуына йүнәлтелгән, тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.
— Барлыҡ үҙгәрештәр, шул иҫәптән закондар сығарыу кимәлендә лә, йәшәү шарттарының үҙгәреүенә бәйле, - тине ведомство башлығы. – Ошо йәһәттән законға индерелгән үҙгәрештәр киләсәккә йүнәлтелгән ыңғай хәл булып тора. Бөгөн илдә һәм республикабыҙҙа маҡсатлы программалар системаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәғариф системаһына ҡарата бындай алым ҡулланыу тәүге осорҙа артабан үҫешеүҙең кәрәкле йүнәлештәрен билдәләй. Индерелгән тәҡдимдәр нигеҙендә был положениелар бойомға ашырыла. Бындай алымдар юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте. Атап әйткәндә, уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләһе тап маҡсатлы программалар ярҙамында хәл ителә.
Әлфис Ғаязов илдә һәм республикабыҙҙа «Беҙҙең яңы мәктәп» программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуын миҫалға килтерҙе. Уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу, шулай уҡ үҙәк һәм республика тарафынан бүленгән аҡсалар иҫәбенә матди-техник базаны нығытыу буйынса күрелгән саралар ҙа быға миҫал булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика