17:00 (UTC+5), 02 Марта 2012

Башҡортостан ауылдарында табиптар күбәйәсәк

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда йәш табиптар, «Земство табибы» программаһында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фидус Ямалетдинов «Земство табибы» программаһының төп положениелары менән таныштырҙы. Программа 2011 йылдың сентябрендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин менән тәҡдим ителгән биш көнүҙәк инициативаның береһе булып тора.
Рәсәй Хөкүмәте уны тормошҡа ашырыуға 11 миллиард һум аҡса бүлергә әҙер. Республикала 2012 йылда программала 553 кеше ҡатнаша ала. Уларҙың һәр береһе федераль бюджеттан – бер миллион һум, республика бюджетынан 100 мең һум аҡса аласаҡ. Ә табип, үҙ сиратында, ауыл ерендә контракт буйынса биш йыл эшләргә тейеш.
Республикала ауыл ерендә 1300-ҙән ашыу белгес етешмәй. Бөгөнгө көнгә 215 табип «Земство табибы» программаһында ҡатнашырға теләк белдергән.
6 мартта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтәсәк, унда дәғүә итеүселәр сығыш яһаясаҡ. Бынан һуң өс көн дауамында комиссия ағзалары уларҙы программаға индереү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика