12:10 (UTC+5), 01 Марта 2012

Өйҙә тауыш бирергә кәрәклеге тураһында һайлаусы участка комиссияһына 4 мартта төшкө сәғәт икегә тиклем хәбәр итә ала

Марина Шумилова
Сәләмәтлеге буйынса 4 мартта һайлау участкаһына килә алмаған граждандар участка һайлау комиссияһына өйҙә тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә ала.
БР Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 4 мартта төшкө сәғәт 2-нән дә һуңға ҡалмайынса теләһә ҡайһы ваҡытта өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ тураһында участка һайлау комиссияһына тейешле ғариза ебәрергә йәки шылтыратыраға кәрәк. Яҙылған ғаризағыҙ йәки телдән мөрәжәғәтегеҙҙе участка һайлау комиссияһына туғандар, күршеләрегеҙ аша тапшырырға мөмкин.
Өйҙә тауыш биреү Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 2012 йылдың 4 мартында ғына һәм һайлаусының участка комиссияһына тапшырылған ғаризаһы йәки телдән мөрәжәғәте булғанда ғына үткәрелә. Әгәр мөрәжәғәт участка һайлау комиссияһына телдән тапшырылһа, комиссия ағзалары һайлаусының өйөнә килгәндә унан өйҙә тауыш биреү тураһында ғариза яҙҙыра. Һайлаусының ризалығы йәки уның үтенесе менән ғаризала күрһәтелергә тейешле мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға башҡа кеше, мәҫәлән, һайлаусының туғаны яҙа ала. Ләкин һайлау бюллетене алыуы тураһында һайлаусы ғаризала шәхсән үҙе ҡул ҡуя.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика