05:23 (UTC+5), 29 Февраля 2012

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ауыл хужалығын йыһанды үҙләштереү менән бер рәткә ҡуйҙы

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин ауыл хужалығын ил өсөн иҡтисадтың стратегик тармаҡтарының береһе булыуын һәм уның йыһан технологияларын етештереү йәки машиналар эшләү өлкәләренә тиң булыуын билдәләне. Был хаҡта ул 28 февралдә Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумында хәбәр итте.
Уның фекеренсә, ауыл хужалығы ҙур мөмкинлектәргә эйә. Был өлкәлә яңы юғары технологияларҙы ҡулланыу, яңы эш урындарын булдырыу мөмкинлектәре бар. Илдәге аҙыҡ продукттары хәүефһеҙлеге туранан-тура ауыл хужалығына бәйле. Эксперттар билдәләүенсә, тап аҙыҡ продукттары, һыу менән бер рәттән, донъя кимәлендәге төп ресурстарҙың береһе булып тора.
Владимир Путин шулай уҡ ауыл хужалығының яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алырлыҡ өлкәләрҙең береһе булыуын билдәләне. 2006 йылдан Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексына инвестициялар күләме триллион ярым һумдан ашыу тәшкил итте. Был ресурстар яҡшы һөҙөмтә бирҙе, миллионлаған кешенең тормошон яҡшыртты, илдең иҡтисади хәлен нығытты.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика