07:25 (UTC+5), 29 Февраля 2012

Михаил Бабич РФ Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге менән танышты

Марина Шумилова | фото: Альберт Заһиров
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Өфөлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге менән танышты.
РФ Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылғандан алып (2011 йылдың 28 сентябре), төрлө мәсьәләләр буйынса бында 9 меңдән ашыу кешенең мөрәжәғәт итеүе хаҡында хәбәр итте. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, мөрәжәғәттәрҙең 40 проценты нигеҙле тип танылды. Уларҙың бер өлөшө хоҡуҡи консультация талап итә ине, ҡайһы берәүҙәре РФ Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һәм тейешле ведомстволарҙа тикшереү үтә. Көн һайын РФ Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә 40-тан алып 100-гә тиклем һорау килә.
Халыҡ менән эшләү өсөн бында барлыҡ шарттар ҙа булдырылған: килгән кешеләрҙе мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеү, шулай уҡ РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе һәм РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы мобиль күсмә йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе менән видеобәйләнеш булдырыу мөмкинлектәрен биргән заманса техник ҡорамалдар бар.
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле мобиль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен ҡараны. Уны ойоштороусылар һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә бындай бүлмәләр башҡа юҡ. РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы күсмә ҡабул итеү бүлмәһе – заманса мобиль комплекс, уның ярҙамында йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре Өфөгә килә алмаған граждандарҙың проблемаларын хәл итеү маҡсатында республиканың төрлө төбәктәренә бара ала.
Күсмә мобиль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе бер аҙ тәжрибә лә туплаған. Үткән йылдың авгусында мобиль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе ике тапҡыр Иглин районының Урман ауылында булған. Февралдә ул Кушнаренко һәм Шишмә райондарында эшләгән. Петр Капишников һүҙҙәренсә, бындай мобиль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе урындарҙа ҙур һорау менән ҡуллана, сөнки мөрәжәғәт итеүселәр һаны бик күп.
Михаил Бабич бындай тәжрибәнең Волга буйы төбәктәре өсөн көнүҙәк булыуын билдәләне.
1 из 10
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика