06:10 (UTC+5), 24 Февраля 2012

Рима Баталова Ҡырмыҫҡалы районының спорт объекттарында булды

Тәлғәт Мөхәмәтйәнов
Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Ҡырмыҫҡалы районының спорт объекттарында булды.
Тәүҙә депутат 2010 йылда сафҡа индерелгән спорт-һауыҡтырыу комплексында булды. Бөгөнгө көндә йәштәр өсөн ул төп спорт үҙәге булып тора. Бында төрлө секцияларҙа Ҡырмыҫҡалы ауылынан һәм башҡа күрше биләмәләрҙән йөҙгә яҡын кеше шөғөлләнә. Йәштәр ҡунаҡтан уның спорттағы ҡаҙаныштары хаҡында һорашты, үҙҙәренең уңыштары менән дә бүлеште, ә улар әҙ түгел.
— Чемпион булып тыумайҙар, - тип билдәләне Рима Баталова. – Мин бала саҡтан физик күнекмәләргә өйрәндем, мәктәпкә тиклем өс километр йүгереп бара инем. Халыҡ-ара спорт ярыштарындағы, Паралимпия уйындарындағы наградаларым – даими күнекмәләр яһау һөҙөмтәһе. Хеҙмәткә һөйөү һәм ныҡышмалылыҡ ҡына еңеүҙәргә алып килә.
Артабан Рима Баталова Мәҙәниәт һарайы нигеҙендә эшләгән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәкәтәбендә булды. Бында ла бер нисә секция эшләй. Депутат дзюдо секцияһында булды, йәш көрәшселәргә республикала һәм илдә спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында һөйләне.
— Киләсәгегеҙ күпселек йәһәттән үҙегеҙҙән тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рима Аҡбирҙе ҡыҙы. – Иң мөһиме, йәмғиәтебеҙҙә революциялар һәм көслө тулҡынланыуҙар булмаһын. Тотороҡлоҡ булһа – алға китеш тә, иҡтисади ҡаҙаныштар ҙа, яңы еңеүҙәр ҙә буласаҡ.
Депутат райондың спорт ойошмаларына юғары баһа бирҙе, уларҙың матди-техник яҡтан яҡшы йыһазландырылыуын, йәштәрҙең төрлө спорт ярыштарындағы ҡаҙаныштарын билдәләне.
Шул уҡ көндө ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған КВН фестивалендә ҡатнашыусылар һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны.
Рима Баталованың Ҡырмыҫҡалы районына визиты түңәрәк өҫтәл менән тамамланды. Унда муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, район ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Сарала мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә милли проекттарҙы ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына инвестициялар йәлеп итеү, районда туризмды үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика