11:17 (UTC+5), 24 Февраля 2012

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Тимур Рәхмәтуллин
Кисә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә, Муса Гәрәев ҡәберенә, Миңлеғәли Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.
Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге биреүсе дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты кадеттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, республиканың йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтары вәкилдәре сарала әүҙем ҡатнашты.
Башҡортостанда, дөйөм Рәсәйҙә кеүек үк, хәрби хеҙмәт быуаттар аша килгән йола һанала. Рәсми документтарҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 башҡорт полкының ҡаһарманлығы сағылыш таба. 700 меңдән ашыу яугирҙы Башҡортостан немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә ебәргән, уларҙың 300 меңдән ашыуы һуғыш яландарында ятып ҡалған. 500 меңдән ашыу яҡташыбыҙ орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, 278 кеше – Советтар Союзы Геройы исемен алған, 37-һе – Дан орденының тулы кавалеры, летчик Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булған. Ә Александр Матросов исеме Ватанға тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек символы булып тора.
Интернациональ бурысын үтәп, Афғанстанды үткән, ХХ быуаттың 90-сы йылдарында элекке СССР биләмәһендә локаль конфликттарҙы бөтөрөүҙә ҡатнашҡан егеттәребеҙ ҙә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ традицияларын дауам итте. Туғыҙ мең ярым яҡташыбыҙ — Афған һуғышында, 14 мең Башҡортостан егете Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла ҡатнашты. Батырлыҡ һәм хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн 1599 яугир-афғансы һәм 1254 локаль конфликтта ҡатнашыусы дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Башҡортостан егеттәре бөгөн дә РФ Ҡораллы көстәрендә яҡшы хеҙмәт итә, һәр урындан улар хаҡында йылы һүҙҙәр генә ишетелә. Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияларын үткәреү буйынса Рәсәйҙә гел алдынғы урында килә, башҡа төбәктәргә ҡарағанда Башҡортостан Рәсәй Армияһын кадрҙар менән күберәк тәьмин итә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика