13:24 (UTC+5), 22 Февраля 2012

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисади стратегиялар институты директоры Александр Агеев менән осрашты

«Башинформ»
22 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисади стратегиялар институтының генераль директоры, иҡтисад фәндәре докторы Александр Агеев менән осрашты. Осрашыу барышында республиканы иҡтисади йәһәттән үҫтереү перспективалары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡунаҡтың, республика Президенты ҡатмарлы холоҡло кешеме, тигән һорауына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов бөгөнгө тормошта булған барлыҡ нескәлектәрҙе лә күҙ уңында тоторға тырышыуы хаҡында әйтте.
— Әммә тәбиғәтем менән мин асыҡ йөҙлө, ихлас кешемен. Һәм был йәһәттән үҙем менән бер ни ҙә эшләй алмайым. Үҙемде ҡатмарлы холоҡло тип әйтә алмайым. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маҡсаттарына ярашлы күп тапҡыр үҙенең ҡарашын үҙгәрткән, дуҫтарын инҡар итеп, үҙенә иптәштәрҙе кисәге дошмандары араһынан тапҡан кешене ҡатмарлы холоҡло тип атар инем. Мин улай эшләй алмайым, - тине республика башлығы.
Республика Президентының эшләү стиленә ниндәй өс үҙенсәлек хас, тигән һорауға Рөстәм Хәмитов киләһесә яуап бирҙе:
— Мин бер генә үҙенсәлекте атар инем: системалы эшләү. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ошо күҙлектән сығып эш итергә тырышам. Сәбәбен аңларға, хәлде асыҡларға теләйем. Ниндәй ҙә булһа проблема хаҡында һүҙ барһа, унан сығыу юлдарын билдәләп, улар араһынан оптималь булғанын һайлап алып, артабан алға табан барырға тырышам.
Александр Агеевтың, республика менән идара итеү системаһының бөгөнгө хәлен нисек баһалайһығыҙ, тигән һорауына Рөстәм Хәмитов былай тип яуап бирҙе:
— Миңә «мираҫ булып ҡалған» структураға ғына таяна алам. Һәм, әлбиттә, ул хәл мин булдырырға теләгән хәлдән ныҡ айырыла. Тәү сиратта айырма шунда: ул ваҡытта ҡарарҙар эмоцияларға таянып ҡабул ителгән. Был эмоционаллек, бер яҡтан, ыңғай мәғәнәгә эйә булһа, күпселек йәһәттән ул иҡтисади һөҙөмтәлелеккә алып килмәгән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика