Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Февраль 2012, 15:50
Хәйбулла районында ветерандарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда район етәкселеге, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандар ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
— Ватан хаҡына күрһәткән хеҙмәтегеҙ һуңғы хәрби хеҙмәт булһын, беҙҙең егеттәр тыныс илдә, тыныс шарттарҙа хеҙмәт итһен, әсәләребеҙ һәм ҡатындарыбыҙ башҡаса иламаһын, ә балаларыбыҙ етем булып үҫмәһен, - тине Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин ветерандарға мөрәжәғәт итеп. – Һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңегеҙҙә татып, еңеп сыҡҡанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ.
Сара сиктәрендә ветерандар өсөн музыкаль-тематик композиция ойошторолдо, бүләктәр тапшырылды.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
ветерандар
байрамдар
Читайте нас