06:14 (UTC+5), 22 Февраль 2012

Өфөлә республика парламентының пленар ултырышы үтә

Людмила Терновая
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 48-се ултырышы башланды.
Депутаттар яҡынса 35 һорау ҡарарға планлаштыра. Уларҙың егерменән ашыуы – республика закон проекттары. Унға яҡын проект тикшереү һөҙөмтәләре буйынса закон статусын алырға тейеш. Улар араһында - «Башҡортостан Республикаһының референдумдар тураһындағы закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законының 2-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында», «Мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» БР закон проекттары. Шулай уҡ яҡынса ун республика закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары тәүгә ҡараясаҡ. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты статусы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһында» БР закондарын үҙгәртеүгә бәйле закон проекттары улар иҫәбендә.
Республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар раҫланған көн тәртибе сиктәрендә 2011 йыл өсөн Башҡортостанда хоҡуҡ тәртибенең торошо, шулай уҡ үткән йыл өсөн төбәктең Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге хаҡында отчеттар менән таныштырасаҡ.
Бынан тыш, ете федераль закон проектын ҡарау планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика