12:21 (UTC+5), 22 Февраля 2012

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе өлкән синыф уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев төбәктең мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Башҡортостандың биш районынан (Кушнаренко, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Шишмә) 70-тән ашыу уҡыусы 22 февралдә парламенттың пленар ултырышында ҡатнашты. Бынан һуң улар төбәктең Дәүләт Йыйылышы рәйесе менән аралашты.
Константин Толкачев мәктәп уҡыусыларына Башҡортостанда закондар сығарыу органын булдырыу тарихы, уның үҫеше һәм камиллаштырылыуы тураһында һөйләне. Депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының бер нисә закондар сығарыу инициативаһы Дәүләт Думаһы депутаттары менән хупланды һәм федераль закон статусына эйә булды, тип хәбәр итте.
— Дәүләт Йыйылышының төп бурысы һеҙгә таныш, был закондар ҡабул итеү, - тип билдәләне Константин Толкачев. – Республикала булған барлыҡ закондар беҙҙең парламент менән ҡабул ителгән. Закондарҙың сифаты, уларҙың тормошҡа ашырылыуы юғары закондар сығарыу органы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенән тора. Беҙ закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына эйә. Йыл һайын яҡынса 15-18 закондар сығарыу инициативаһын Дәүләт Думаһына ебәрәбеҙ. Закондар сығарыу инициативаһы йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе ғәмәлдәге норматив хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү теләге менән бәйле. Айырым тәҡдимдәребеҙ закон статусын ала.
Артабан аралашыу «һорау-яуап» форматында үтте. Бер сәғәт дауамында Константин Толкачев 20-гә яҡын һорауға яуап бирҙе.
Башҡортостан парламенты спикерының йәш быуын вәкилдәре менән осрашыуы матур йолаға әүерелде, тип әйтергә лә була. Өлкән синыф уҡыусылары менән осрашыуҙар бер йыл элек ойошторола башланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика