08:05 (UTC+5), 20 Февраля 2012

2012 йылдан Өфөлә күп балалы ғаиләләр бушлай ер участкалары аласаҡ

Марина Шумилова
— Демография мәсьәләһе Башҡортостан Республикаһы өсөн үтә киҫкен тора, - тип белдерҙе төбәк Президенты Рөстәм Хәмитов «Вся Уфа» телеканалында «тура бәйләнеш» барышында. – Балалар ни тиклем күберәк тыуған һайын, беҙҙең өсөн был яҡшыраҡ буласаҡ.
Республикала өс йәки дүрт бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн күп льготалар ҡаралған, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, әммә түләнгән пособиеларҙың ҙур булмауы тураһында ла әйтте.
— Әгәр республикаға федераль власть ярҙам итһә, әйтәйек, Владимир Путин әйткән ете мең һум аҡсаның өс-дүрт меңе өҫтәмә рәүештә беҙгә түләнеп торһа, өс-өс мең ярым һум аҡсаны беҙ үҙебеҙ түләй алыр инек, - тине Рөстәм Хәмитов. - Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүленәсәк. Был программаны үткән йылда тормошҡа ашыра башланыҡ. Республика буйынса 320 ер участкаһы бүленде лә инде.
Өфөлә ер участкаларын бүлеү әле башланманы, тип белдерҙе республика башлығы.
— Әммә 2012 йылдан Өфөлә кешеләр бушлай ер ала башлаясаҡ, - тине республика Президенты. – Ул ерҙе һатыу мөмкинлеге лә буласаҡ, был йәһәттән сикләүҙәр булмаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика