Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Февраль 2012, 11:14

Рөстәм Хәмитов Бөрөләге физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты

16 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрөгә эш сәфәре барышында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Объект 2010 йылда төҙөлә башлаған, уның дөйөм смета хаҡы 120 миллион һум тәшкил иткән, ә спорт инвентары 19 миллион һумға һатып алынған. Комплекста универсаль спорт залы, ҡалалағы беренсе 25 метрлыҡ бассейн, тренажерҙар һәм фитнес менән шөғөлләнеү өсөн ике зал урынлашҡан.
Гер күтәреүселәре, бейеклеккә һикереүселәре һәм уҡсылары менән дан тотҡан ҡала һәм райондың әүәлге спорт базаһы ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт элек төҙөлгән һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй.
Яңы спорт комплексы туғыҙ спорт төрөн үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк. Бында бер үк ваҡытта йөҙләгән һәүәҫкәр спортсы шөғөлләнә ала, комплекс тәүлегенә 700-ҙән ашыу, иң күбендә 1040 кешене ҡабул итә ала.
Әйткәндәй, гер спорты буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Илшат Әхмәтханов, карате киокушинкайҙың өсөнсө данына эйә Андрей Гурьянов, йәйә менән уҡ атыу буйынса халыҡ-ара класындағы спорт мастеры Ольга Кавырдина һәм Шотландиялағы Бөтә донъя балалар уйындары еңеүсеһе Даниил Лысенко спорт карьераһын тап Бөрөлә башлаған.
Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов спорт менән уңышлы һәм әүҙем шөғөлләнеү, уйнау, йөҙөү, күнекмәләр үткәреү өсөн ҡала халҡының хәҙер бөтә мөмкинлектәре лә булыуын билдәләне. Президент әйтеүенсә, республика артабан да ошондай спорт ҡоролмалары төҙөү өсөн бөтә көсөн һаласаҡ.
— Был спорт үҙәгендә республика ҡаҙнаһының аҡсаһы бар, 100 млн һум тиерлек. Аҙ сумма түгел, әммә улар кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға, кәйефен күтәреүгә, һеҙ көслө, ҡыйыу, етеҙ булып үҫһен өсөн йүнәлтелгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Ул, был комплекста Рәсәй, донъя, Олимпия уйындары чемпиондары күнекмәләр үткәрер, яңы, ғәйрәтле спортсылар, көслө кешеләр әҙерләнер, тигән ышанысын белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов Бөрө районы спортсылары менән дә осрашты. Уның билдәләүенсә, республикала спорт объекттары төҙөү программаһы ярайһы күләмле, һәм ул үтәлә.
— Быйыл республика ҡалалары һәм ауылдарында ундан да кәм булмаған физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыласаҡ, — тине республика башлығы. — Был алға ҙур аҙым буласаҡ. Киләһе йылда программаны дауам итәсәкбеҙ, 2013–2014 йылдарҙа район үҙәктәрендәге, ҡалаларыбыҙҙағы физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен төҙөү буйынса эштәрҙе тамамларға тейешбеҙ.
Президент республиканы оло спорт ярыштары көтөүен дә телгә алды:
— Беҙ быйылғы йылда ғына ике донъя чемпионатын ҡабул итәсәкбеҙ. Береһе – йәйге биатлон буйынса, ә икенсеһе — йәштәрҙең шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаты. Былар ҙа ҙур ваҡиға. Беҙ был ярыштарға яңы спорт объекттары әҙерләйбеҙ, бер үк ваҡытта булғандарын да ремонтлайбыҙ. «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында косметик ремонт үткәрелә, бәлки, яңы трассалар һалырбыҙ, яңы ҡорамалдар һатып алырбыҙ. Хоккей буйынса донъя чемпионатына Зорге урамындағы иҫке Спорт һарайын ремонтлайбыҙ. Ул сентябрҙә сафҡа индереләсәк. Ул бөтөнләй икенсе — заманса, матур спорт ҡоролмаһы буласаҡ. Эштәр хаҡы ла ҙур ғына — 200 млн һумдан ашыу. Өфөлә тағы бер боҙ һырғалағы эшләргә теләк бар — «Төҙөүсе» стадионында, был эште быйыл уҡ башларбыҙ, моғайын. Беҙгә «Газпром» ярҙам итә, йәмғиәт спорт ҡоролмаһына 200-250 млн һум самаһы аҡса бүләсәк, ҡалғанын үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, тип беҙ «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Борисович Миллер менән һөйләшеп килештек.
Үткән аҙнала ғына Рәсәй Федерацияһының спорт министры Виталий Леонтьевич Мутко менән Өфөлә паралимпия үҙәге төҙөлөшө буйынса күләмле эштәр башлау тураһында һөйләшеү булды. Был объекттың хаҡы — ике миллиард һумдан ашыу. Ул республикала ғына түгел, тотош Рәсәй Федерацияһында иң ҙур спорт ҡоролмаларының береһе иҫәпләнһә, паралимпиясылар өсөн берҙән-бер ҙур ҡоролма буласаҡ. Унда ла бассейн, манеж төҙөләсәк. Асылда, паралимпиясыларҙан тыш, унда һаулыҡ мөмкинлеге сикләнмәгән ҡәҙимге спортсылар ҙа шөғөлләнә аласаҡ. Һис шикһеҙ, был төҙөлөш беҙҙең өсөн төп эштәрҙең береһе булып тора.
Артабан. Быйыл Белорет тау саңғыһы мәктәбе кеүек спорт ҡоролмаларына йән өрә алырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Яңы нигеҙҙә яңы тау саңғыһы комплексы буласаҡ. Стәрлетамаҡта ла ошондай эштәр планлаштырыла. Ә Салауатта 50 метрлыҡ бассейн төҙөп, быйыл файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Был республикалағы вышкалы 50 метрлыҡ икенсе бассейн буласаҡ. Унда ла ҙур ярыштар үткәреп буласаҡ.
Бынан тыш, Өфөләге «Нефтсе» стадионын реконструкциялау ҡаралған, сөнки беҙҙә әкренләп футбол үҫешә башланы. Республикала мотлаҡ юғары лига йәки премьер-лига командаһы булырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙыҡ, тип әйтергә теләмәйем, был үтә ҡиммәт. Әммә лайыҡлы, яҡшы кимәлдәге футбол уйындары үткәрәсәкбеҙ. Ғөмүмән, республикаға яҡшы стадион кәрәк. Бөгөнгө көндә беҙҙә бындай стадиондар юҡ.
Был объекттарҙың барыһы ла, шул иҫәптән халыҡ күпләп шөғөлләнһен өсөн төҙөлгәндәре лә, чемпиондар өсөн генә түгел, спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнгән кешеләр өсөн. Йәштәр унда күнекмәләр үткәрә аласаҡ, беҙ был өлкәлә дөрөҫ, һәйбәт юлдан барабыҙ, тип уйлайым.
Президент, күләмле спорт – ул нигеҙҙәрҙең нигеҙе, шуға күрә һәр тораҡ пунктта хоккей ҡумталары, саңғы стадиондары төҙөлөргә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Минең иң ҙур хыялым — беҙҙә малайҙар ҡыҙҙар менән бергә хоккей уйнаһын, саңғыла йүгерһен, еңел атлетика, көрәш һәм башҡалар менән шөғөлләнһен ине. Республикала һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ спорт төрҙәренең барыһы ла тәҡдим ителергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: