09:30 (UTC+5), 16 Февраля 2012

Ишембайҙың 20 һайлау округында ҡала Советы депутаттары һайланасаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
4 мартта Ишембай халҡы 20 һайлау округында Рәсәй Президентынан тыш ҡала Советы депутаттарын да һайлаясаҡ. Ҡала Советына депутатлыҡҡа 51 кандидат дәғүә итә, уларҙан 20 кеше - «Берҙәм Рәсәй»ҙән, 12 кеше – КПРФ-тан, 2 кеше – ЛДПР-ҙан һәм 17 кеше үҙ-үҙен тәҡдим итте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Шәймөхәмәтов.
Ишембайҙа 39 һайлау участкаһында 51 мең кешенең килеүе көтөлә, уларҙан 130 кеше тәүгә тауыш бирәсәк.
— Беҙҙең ҡалала әүҙем агитация алып барыла, һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрелә, - тип һөйләне Ринат Шәймөхәмәтов. – Тауыш биреү өсөн бүлмәләр әҙерләнә, веб-камералар урынлаштырылды һәм тикшерелде.
Һайлау көнөндә тауыш биреү урындарында йәрминкәләр, туҡланыу пункттары ойоштороласаҡ. Әле ижади коллективтар менән концерттар үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика