11:36 (UTC+5), 16 Февраля 2012

Әбйәлил районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары торлаҡ сертификаттары алды

Әбйәлил районы хакимиәтенең ултырыштар залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Уларҙы балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән килгән сал сәсле 28 ханым алды.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов республиканың һәм илдең үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Улар барыһы ла лайыҡлы тормош юлы үткән, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләгән һәм ауылдаштарының ихтирамына лайыҡ булған. Бәхетле сертификат эйәләре ярҙамдан ташламағандары өсөн район һәм республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда Әбйәлил районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары – 54 кеше торлаҡҡа сертификат алған. Әле райондағы йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙың торлаҡ сертификаты алыуға әҙерләнгән документтары БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында тикшерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика