08:57 (UTC+5), 16 Февраля 2012

Ҡала Советы депутаты мандатына Салауатта өсәр-дүртәр кандидат дәғүә итә

Людмила Терновая
Рәсәй Президенты һайлауҙарынан тыш, Салауат халҡы 4 мартта ҡала Советына депутаттар һайлаясаҡ. 25 депутат мандатына 43 кандидат дәғүә итә, тағы 50 кандидат һайлауҙарға партия исемлектәре буйынса киләсәк. Үҙҙәренең кандидаттарын «Берҙәм Рәсәй», Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы һәм «Ғәҙел Рәсәй» күрһәтте. Дөйөм кандидаттар иҫәбенән ни бары 11 кеше үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеү юлы менән теркәлде, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рауил Смаков.
Кисә ҡалалағы 62 һайлау участкаһының барыһында ла веб-камералар ҡуйыу эштәре тамамланған.
— Бөтә участкалар ҙа алдағы һайлауҙарға әҙер, - тип билдәләне Рауил Смаков. – Бына кисә генә учаскаларҙа һуңғы видеоҡорамалдар ҡуйылып бөттө. Әле комиссиялар һайлаусылар менән эшләй, исемлектәр тикшерелә.
Салауатта һайлаусылар исемлегендә 13 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, күптәрҙең вахта алымы менән эшләүен иҫәпкә алып, ҡалала кешеләргә башҡа урында һайлау хоҡуғы бирәсәк теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары биреү буйынса әүҙем эш алып барыла. Территориаль һайлау комиссияһында ғына ошондай 200-ләгән талон бирелгән.
Рауил Смаковтың әйтеүенсә, әле ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау кампанияһы сиктәрендә баҫма продукция етештереү, нәшер итеү һәм таратыу менән шөғөлләнә. Коммунистар партияһынан күрһәтелгән кандидаттар территориаль һайлау комиссияһына яҡын арала һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәреү инициативаһы менән мөрәжәғәт иткән.
— Кандидаттар араһында бөтә эшмәкәрлек өлкәләренән дә вәкилдәр бар, — тип билдәләне территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. – Ҡала халҡы мәнфәғәттәрен закондар сығарыу кимәлендә яҡларға теләгәндәр араһында мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, ҡаланың сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, йәштәр ҙә бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика