Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Февраль 2012, 13:55

2012 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда һайлаусылар һаны – 3 039 061 кеше

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Рәсәйҙә һайлаусылар һаны буйынса мәғлүмәттәр баҫтырҙы.
Рәсәй Федерацияһында һайлаусылар һаны 2012 йылдың 1 ғинуарына 109 947 323 кеше тәшкил итә, илдән ситтә - 1 794 454 һайлаусы, Байконур ҡалаһында 14 912 һайлаусы бар.
Башҡортостанда һайлаусылар һаны – 3 039 061 кеше. Рәсәйҙең ете төбәгендә генә һайлаусылар һаны өс миллиондан аша. Улар – Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Башҡортостан Республикаһы һәм Мәскәү, Свердлов, Ростов өлкәләре.
Автор: Марина Шумилова
Читайте нас