07:07 (UTC+5), 15 Февраль 2012

Сәлиә Мырҙабаева БДБ илдәре өсөн репродуктив һаулыҡ тураһындағы моделле закон әҙерләүҙә ҡатнаша

Марина Шумилова
Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мәрҙабаева репродуктив һаулыҡ тураһындағы моделле закон әҙерләү буйынса консультатив кәңәшмәлә ҡатнаша, сара Истанбулда ЮНФПА-ның Көнсығыш Европа һәм Урта Азия буйынса төбәк бюроһында үтә.
Кәңәшмәлә БДБ илдәрендә репродуктив һаулыҡ тураһындағы закон проекты тикшерелә. Әсәләр һаулығын, үҫмерҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау, ғаилә ҡороу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Сәлиә Мырҙабаева әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙең бөтә Берләшмә өсөн көнүҙәк булып торыуын билдәләне.
— Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан мең йыллыҡҡа билдәләнгән маҡсаттар иҫәбендә 2015 йылға әсәләр үлемен кәметеү ҙә бар, ә быға медицина хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртып, халыҡтың репродуктив һаулыҡ буйынса белем арттырып өлгәшеп була, - тине депутат «Башинформ» агентлығына. – Репродуктив һаулыҡты һаҡлау тураһындағы моделле закон медицина-социаль ярҙам ойоштороу һәм күрһәтеү системаһының дөйөм принциптарын билдәләйәсәк төп документҡа әйләнергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика