07:45 (UTC+5), 15 Февраля 2012

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында 2012 йылдың һайлау кампаниялары осоронда финанс эшмәкәрлек мәсьәләләре тикшерелде

Мәүлиҙә Яҡупова, Марина Шумилова
Төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһында Башҡортостан Республикаһында 2012 йылдың һайлау кампаниялары осоронда территориаль һайлау комиссияларының финанс эшмәкәрлегендә планлаштырыу, иҫәпләү һәм отчет биреү мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмә үтте. Уны БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова республикала Рәсәй Президентын һайлау буйынса һайлау кампанияһын финанслау тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. БР Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова үҙенең сығышында һайлау көнөн үткәреүгә бәйле мәсьәләләргә ҡағылды. Кәңәшмә аҙағында Комиссия ағзалары сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Шул уҡ көндә республиканың территориаль һайлау комиссиялары бухгалтерҙарын уҡытыу ойошторолдо. Финанс бүлек мөдире - БР Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының баш бухгалтеры Галина Тиунова һайлау комиссияларына 2012 йылдың 4 мартында үтәсәк сараларҙы үткәреүгә федераль бюджеттан бүленгән аҡсаларҙы ҡабул итеү һәм ҡулланыу тураһында отчет төҙөү тәртибе хаҡында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика