04:08 (UTC+5), 15 Февраль 2012

Өфөлә Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш ойошторола

Евгений Рәхимҡолов
18 февралдә «Вся Уфа» телеканалында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән тура линия үтәсәк. Республика Президенты телевизор ҡараусылар менән ике сәғәт дауамында – 19.30-ҙан 21.30-ға тиклем аралашасаҡ, тип көтөлә.
Теләге булған һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа тура эфирҙа һорау бирә аласаҡ. Бының өсөн Өфөләге 255-90-27 телефонына шылтыратырға, йәки www.allufa.ru сайтында һорау яҙып ҡалдырырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «тыйылған» темалар юҡ, һәм ул халыҡ менән теләһә ниндәй мәсьәләне тикшерергә, һәр төрлө һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте Рәсейе Владимир Путин да ил халҡы менән ошондай аралашыу үткәргәйне. Ошо тура линия барышында Өфөнән дә һорауҙар бирелде, ул ваҡытта күсмә телестудияларҙың береһе Салауат Юлаев һәйкәле янында эшләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика