12:09 (UTC+5), 14 Февраля 2012

Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең дөйөм белем биреү системаларын яңыртыу мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

«Башинформ»
13 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһында төбәктәрҙең дөйөм белем биреү системаларын яңыртыу проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Ҡурған ҡалаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Унда Рәсәй мәктәптәрен яңыртыу, уларҙың матди-техник базаһын нығытыу, конкуренцияға һәләтен арттырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
«Конкуренцияға һәләтте арттырыу йәһәтенән бөгөн белем биреүҙең әһәмиәте өҫтөнлөклө була башлай, - тине Владимир Путин. – Бөтә мәғариф системаһына талаптар, әлбиттә, арта. Мәктәптәрҙе яңыртып, заманса алымдар һәм белем биреү технологияларын ҡулланып, беҙ Рәсәй мәғарифының барлыҡ өҫтөнлөктәрен, ҡаҙаныштарын тулыһынса һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ».
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе, уҡыусыларҙың ата-әсәләренән финанс ярҙам алыу практикаһын бөтөрөргә кәрәк, тип белдерҙе. «Дәүләт белем биреү учреждениеларын тулыһынса финанслауын дауам итә, — тине Владимир Путин. – Бушлай дөйөм белем алыу хоҡуғы беҙҙең Конституцияла нығытылған, һәм уны берәү ҙә бөтөрөргә йыйынмай».
Төбәктәрҙең дөйөм белем биреү системаларын яңыртыу буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙың тәүге йомғаҡтары хаҡында һүҙ йөрөтөп, Владимир Путин, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелгән аҡсаларҙы төбәктәр үҙҙәре теләгәнсә ҡуллана ала, тип белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе 2012 йылда Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә уҡытыусыларҙың эш хаҡын иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткереү бурысын хәл итергә кәрәклеген белдерҙе.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика