11:38 (UTC+5), 14 Февраля 2012

Рөстәм Хәмитов льготалар менән ҡулланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты бөгөн льготалар менән ҡулланыусы граждандарҙы кәрәкле медицина препараттары менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. 2012 йылдың ғинуарында республикала граждандарҙың был категорияһы өсөн медицина препараттарын поставкалауҙа өҙөклөктәр күҙәтелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылда республика 306 мең ташлама менән ҡулланыусыны дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеүгә 511 миллион һум аҡса бүлгәйне. Президент был мәсьәләне ентекле тикшерергә ҡушты.
— Дарыу препараттары – һиҙгер өлкә. Һауа менән һыу кеүек, дарыуҙарҙың һәр ваҡыт кәрәк булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Дарыу препараттарын килтермәү буйынса ялыуҙар һаны күп түгел, әммә бер ялыу ҙа тикшереү үткәреү өсөн сәбәп булып тора. Халыҡтың контроль-күҙәтеү органдарына, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, Хөкүмәткә һәм Башҡортостан Президенты булараҡ миңә мөрәжәғәт итергә сәбәптәре булмаһын өсөн, беҙ тейешле кимәлдә эшләргә бурыслы, - тине Рөстәм Хәмитов. – Дарыу препараттарын поставкалау сылбыры ҙур ғына. Был дарыуҙарҙы етештереүселәр ҙә, препараттар һатып алыуға аҡса бүлеүсе финансистар ҙа, дәүләт заказсылары ла, мин бында Һаулыҡ һаҡлау министрлығын күҙ уңында тотам. Был шулай уҡ дарыуханалар селтәре, табиптар. Бындай ҙур эштә ун меңгә яҡын кеше ҡатнаша.
Әлбиттә, был сылбырҙың бушаҡ урындары ла бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы структураларының береһендә бындай бушаҡ урын асыҡланды, һәм беҙ тиҙ арала тейешле саралар күрҙек, хәлде яйға һалдыҡ. Әммә киләсәктә бындай өҙөклөктәр булырға тейеш түгел. Беҙ аныҡ эшләргә бурыслы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика