10:05 (UTC+5), 09 Февраля 2012

Константин Толкачев халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты

Тимур Рәхмәтуллин
Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев халыҡ-ара күҙәтеүселәр – Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Ханс Биргер Нареског (Швеция) һәм Людмила Блинова (Литва) менән осрашты. Улар беҙҙең республикала Рәсәй Президенты һайлауҙары барышына контроллек итәсәк.
Осрашыу барышында Константин Толкачев күҙәтеүселәргә илдәге һәм республикалағы һайлауҙарға күрһәткән иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ул һайлауҙарҙы асыҡ, ғәҙел, закон талаптарына ярашлы үткәреү яҡлы булыуын белдерҙе. Күҙәтеүселәр Башҡортостанда был юҫыҡта үткәрелгән саралар – тауыш биреү өсөн үтә күренмәле урналар һәм веб-камералар урынлаштырыу, кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итеү менән танышты.
– Быларҙың барыһы ла һайлау барышында ниндәй ҙә булһа тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймаясаҡ, - тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе. – Миңә Америка Ҡушма Штаттарында һәм башҡа илдәрҙә үткәрелгән һайлауҙарҙа булырға тура килде. Бер ерҙә лә объективлыҡ, асыҡлыҡ мәсьәләләренә бындай иғтибар бүленеүен күрмәнем. Һәр һайлаусы белергә тейеш: уның тауышы мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.
Константин Толкачев һүҙҙәренсә, халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостанда 9 мартҡа тиклем буласаҡ. Һайлауҙарға Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың йәнә бер нисә төркөмө киләсәк. Бынан тыш, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан да үҙ күҙәтеүселәрен ебәрергә теләк белдергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика