08:19 (UTC+5), 08 Февраля 2012

Муниципалитеттарҙың һайлауҙарҙа веб-трансляцияларға әҙерлеге тикшерелде

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың бөтә һайлау участкаларындағы веб-камералар ҡәтғи билдәләнгән ваҡытта ҡуйылып бөтәсәк. Бөгөн Республика Йортонда үткән селектор кәңәшмәһендә муниципалитеттарҙың 2012 йылдың 4 мартындағы һайлауҙарҙа видеотрансляция ойоштороуға әҙерлеге тураһында һөйләнеләр. Уны вице-премьер, БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков үткәрҙе. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм тауыш биреүҙе техник яҡтан тәьмин итеүгә яуаплы предприятиеның — «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Сафиев отчет бирҙе. Бөтә район һәм ҡалаларҙың хакимиәттәре Өфө менән видеобәйләнештә булды.
Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, һайлау көнөндә Башҡортостанда йәмғеһе 3509 участка һайлау комиссияһы һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы эшләйәсәк. Федераль кимәлдә һайлаусылар ваҡытлыса йәшәгән участка һайлау комиссияларында (дауаханаларҙа, изоляторҙарҙа һәм башҡаларҙа) тура трансляциялар ойоштормаҫҡа ҡарар итеүҙәре арҡаһында, ә республикала бындай 41 участка бар, веб-камералар 3537 һайлау комиссияһында ҡуйыласаҡ.
Хәйҙәр Вәлиевтың билдәләүенсә, әлеге ваҡытта һәр бинала трансляциялар ойоштороу өсөн комплекттар урынлаштырыу схемалары, урна һәм кабиналарҙың ҡайҙа ҡуйыласағы, комиссия ағзалары ултырасаҡ урындар билдәләнгән.
— Бөгөнгө көндә видеотрансляция системаһына 822 участка тоташтырылды, — тип хәбәр итте Рөстәм Сафиев һәм, һәр һайлау участкаһындағы эштәр вандалдарҙан һаҡлаусы шкафтағы программа-аппарат комплексын һәм ике веб-камераны ҡуйыуҙан ғибәрәт, тип аңлатып үтте.
Уның әйтеүенсә, әлеге мәлдә Башҡортостанға барлыҡ программа-аппарат комплекстары ла ҡайтарылып бөткән, вандалдарҙан һаҡлаусы шкафтар һәм камераларҙы тоташтырыу өсөн кабелдәр ҙә ошо арала килтереләсәк. Үҙ бурыстарын элемтәселәр билдәләнгән ваҡытҡа – 15 февралгә тиклем теүәлләйәсәк, тип ышандырҙы Рөстәм Сафиев һәм, 26 февралгә бөтә Рәсәй буйынса системаны һынау планлаштырылған, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика