16:53 (UTC+5), 08 Февраля 2012

Инвалид бала тәрбиәләүсе атайҙар эштән сығарылмаҫҡа тейеш

Людмила Терновая
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзалары федераль үҙәктәге хеҙмәттәштәренең Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексындағы үҙгәрештәргә бәйле башланғысын яҡланы.
Комитет ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 624247-5 һанлы Федераль закон проекты тураһында»ғы тейешле ҡарар проектын уны парламенттың алдағы ултырышында көн тәртибенә индереү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумына йүнәлтергә ҡарар ителде.
— Үҙгәрештәр мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе әсәләр һәм аталар хоҡуҡтарын тигеҙләүгә ҡағыла, - тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Ҡануниәттә киләһе мәсьәләне нығытыу мөһим: инвалид бала тәрбиәләүсе атаны, әсәне кеүек үк, эш биреүсе инициативаһы менән эштән сығарыу тыйылһын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаһы инвалид булып тыуғанды белгән күпселек атайҙар ғаиләһенән китә. Әммә, бәхеткә күрә, әсә менән бергә был баланы аяҡҡа баҫтырырға теләүселәр ҙә бар. Бындай ғаиләләрҙә тап атайҙарҙың төп аҫраусы булыуын иҫәптә тотҡанда, уларға эштә ҡалыу хоҡуғын биргән ҡануниәт тәү сиратта баланы яҡлаясаҡ. Башланғыс ваҡытында тәҡдим ителә һәм ул бик файҙалы. Депутаттар корпусы был закон проектын хуплар, тип уйлайым.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика